04:15 (UTC+5), 10 Января 2018

Республикала Мостай Кәрим исемендәге конкурс иғлан ителде

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге конкурс иғлан ителде. Конкурс ике күркәм ваҡиғаға: республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте булышлығында «Йәшлек» гәзите.
Конкурсҡа ирекле темаға күләме 10 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) башҡорт телендә яҙылған проза әҫәрҙәр ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәр «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзитебеҙҙең электрон почтаһы буйынса «конкурсҡа» тигән тамға менән (ye02@yandex.ru) ҡабул ителә.
Алдан конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән әҫәр­ҙәр ҡаралмай. Хикәйәләр 2018 йылдың 10 ғинуарынан 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
«Әҙәби бәйге ике этапта үтә. Килгән хикәйәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған», — тип һөйләне конкурстың кураторы Гөлнур Ҡыуатова.
2019 йылдың октябрь айында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 әҫәр «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ. Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй.
Конкурстың положениеһы менән «Йәшлек» гәзитенең рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» төркөмөндә танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1101452-v-bashkirii-obyavili-literaturnyy-konkurs-im-mustaya-karima/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика