12:00 (UTC+5), 29 Декабря 2017

Рената Литвинова Земфираны «арабыҙҙа йәшәгән гений» тип атаны

Илдар Сәмерханов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рената Литвинова йырсы, Өфө ҡыҙы Земфираны «арабыҙҙа йәшәгән гений» тип атаны. Режиссер, актриса һәм сценарий яҙыусы ошо хаҡта «Газета.Ru» баҫмаһына интервьюһында белдерҙе. 2018 йылда уның «Төньяҡ ел» пьесаһы мотивы буйынса фильм экран сыға. Ул әлеге ваҡытта Чехов исемендәге Мәскәү художество театрында бара. Фильмға музыканы Земфира яҙа.
«Уның нәҡ композитор, кино композиторы булараҡ эшләй башлауы нисектер бер-бер артлы килеп сыҡты. Хәҙер «Төньяҡ ел» өсөн бөтөнләй ҙур музыка яҙылған», — тине Литвинова.
Земфираның кино төшөрөүҙә тәжрибәһе бар инде. Ул 2008 йылда «Земфирала йәшел театр» тигән музыкаль фильмда продюсер булып сығыш яһаны. Рената Литвинова менән бергә Земфира 2012 йылда «Ританың һуңғы әкиәте» картинаһында продюсер ярҙамсыһы булды, уға музыка яҙҙы. Фильм III Халыҡ-ара Одесса кинофестиваленең конкурс программаһында һәм 34-се Халыҡ-ара Мәскәү кинофестивалендә ҡатнашты. Шулай уҡ Земфира Рената Литвинованың «Алиһә: нисек мин яраттым» фильмына музыка яҙҙы. Йырсының «Рәхмәт» альбомынан бер нисә йыр Кира Муратованың «Шарманка өсөн көй» фильмында яңғырай, ә «Мәңгелек ҡайтыу» картинаһында кадрҙа йырсы башҡарыуында бер нисә тапҡыр «Риголетто» операһынан «Герцог йырҙары» концерт яҙмаһы күренә.
http://www.bashinform.ru/news/1099717-renata-litvinova-nazvala-zemfiru-nyne-zhivushchim-sredi-nas-geniem/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика