06:48 (UTC+5), 27 Декабря 2017

Радик Юлъяҡшиндың әсәһе Яңы йылға улының кем булып кейенергә яратыуы һәм кәләше ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һөйләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Радик Юлъяҡшиндың әсәһе Нәфисә ханым Яңы йылға улының кем булып кейенергә яратыуы тураһында һөйләне. Популяр башҡарыусының әсәһе «Рәсәй-Башҡортостан» каналында «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуында ҡатнашты.
«Радик Зорро һымаҡ кейенергә яратты. Беҙ яңы йыл костюмын бергәләп тегә — эшләпә, күҙлек һайлай торғайныҡ. Ул миңә образдың ниндәй булырға тейешлеген үҙе әйтә ине», — тип һөйләне йырсының әсәһе.
Нәфисә Юлъяҡшина буласаҡ килен Радикты һәм музыканы аңлай белергә тейеш, тип иҫәпләй.
«Ҡыҙ аңлау менән ҡараһын ине, сөнки уның эше даими гастролдәр менән бәйле, ул өйҙә аҙ була. Һуңға тиклем үҙенең студияһында ултыра, музыка яҙа», — ти Нәфисә Юлъяҡшина.
Иртәнге каналдың тура эфирында ул Радиктың яратҡан салатын яһаны һәм йырсының бала саҡтағы фотоларын күрһәтте. Фотоларҙың береһендә Радик яңы йыл костюмында төшкән, икенсеһендә ҡурайҙа уйнай.
Нәфисә Юлъяҡшина әйтеүенсә, бала саҡта улы илаҡ һәм шуҡ булған. Буласаҡ башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо каникулдарын республиканың Ғафури районындағы ауылдарҙың береһендә уҙғарған.
«Уның шул тиклем популярлыҡ яулауының сере ниҙә икәнлеген үҙем дә белмәйем, был — минең өсөн көтөлмәгән хәл», — тине ул.
http://www.bashinform.ru/news/1098552-mama-radika-yulyakshina-rasskazala-kem-on-lyubil-odevatsya-na-novyy-god-i-kakoy-dolzhna-byt-ego-neve/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика