08:30 (UTC+5), 26 Декабрь 2017

Өфөлә совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары күргәҙмәһе асыла

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «Яңы йыл менән!» күргәҙмәһе асыла. Ул музейға килеүселәрҙе совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары донъяһы менән таныштыра.
Күргәҙмәлә быяланан, мамыҡтан һәм картондан эшләнгән төрлө-төрлө шыршы уйынсыҡтары (әкиәт персонаждары, хайуандар, шарҙар, фонарҙар, боҙбармаҡтар, емеш-еләк һәм башҡалар), яңы йыл битлектәре, бәләкәй флагтар, ялтырауыҡтар, гирляндалар, Ҡыш бабай һындары тәҡдим ителә. ХХ быуат башындағы байрам открыткалары коллекцияһы — күргәҙмәнең төп биҙәге. Уларҙы Өфө коллекционеры Владимир Буравцов тәҡдим итә.
Шыршы уйынсыҡтары тупланмаһына 300-ҙән ашыу предмет инә һәм ХХ быуаттың 30-80 йылдарында яңы йыл уйынсыҡтары тарихын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
«Яңы йыл менән!» күргәҙмәһе үткән заманға ҡайтырға һәм илдең иң яратҡан байрамы хаҡында хәтирәләргә бирелергә, йәнә яңы йыл шыршыһының тылсымын тойорға мөмкинлек бирә», — тип билдәләй проектты ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1097406-v-ufe-otkryvaetsya-vystavka-novogodnikh-igrushek-sovetskogo-vremeni/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика