11:00 (UTC+5), 26 Декабря 2017

Өфөлә легендар артистар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә легендар артистар, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хөкүмәт наградаларын тапшырҙы. Нурия Ирсаева — Халыҡтар дуҫлығы, Фидан Ғафаров Салауат Юлаев орденын алды.
«Аҡыллы, интеллектуаль һәм эрудициялы кешеләр, үҙ эшенең оҫталары тормошобоҙҙо биҙәй. Беҙҙе онотмағандары өсөн хөкүмәткә рәхмәт. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тыуған күп милләтле халҡына 50 йылдан ашыу хеҙмәт иткәнем өсөн шатмын, ғүмерем аҙағынаса хеҙмәт итәсәкмен», — тине Фидан Ғафаров бүләкләү тантанаһында.
Популяр актерҙар, тамашасыларҙың яратҡан, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары быйыл үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләне. Милли театр сәнғәтендә, Башҡорт драма театрында тотош дәүер ошо ике күренекле артистың исеме менән бәйле. Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров тыуҙырған бик күп образдар тамашасылар күңелендә йәшәй. Геройҙарының күтәренке рухлылығы, психологик тәрәнлеге һәм нескә лиризмы театр һөйөүселәрҙең әллә нисәмә быуынын әсир итте.
Актерҙарҙың Ғәлиә һәм Заһир образдарында сығыш яһауы (Таһир Таһировтың «Ғәлиә»һе), шулай уҡ уларҙың оҫталығы һәм Рим Хәсәновтың Әнғәм Атнабаев шиғырына ижад иткән йыры һөҙөмтәһендә популярлыҡ яулаған дуэты киң билдәлелек алды.
http://www.bashinform.ru/news/1098005-v-ufe-legendarnykh-artistov-nuriyu-irsaevu-i-fidana-gafarova-nagradili-ordenami/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика