08:30 (UTC+5), 26 Декабря 2017

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты йомғаҡ яһарға саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты тамамланыуға табан бара, тиҙҙән тауыш биреүгә йомғаҡ яһала. 2018 йылдың 28 ғинуарында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында халыҡ рейтингы лидерҙарын бүләкләү сараһы була.
«Оҫталар», «Актуаль сәнғәт» һәм «Самородок» номинацияларында еңгән рәссамдарға проекттың партнерҙарынан һәм бағыусыларынан ҡиммәтле приздар ҡаралған. Төп бүләк «Легендалар» номинацияһында еңеүсенең исеме менән атала. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы артистары, музыканттары сығыш яһай, тамашасылар иһә ҙур экранда яратҡан башҡорт рәссамдарының картиналарын ҡарай ала.
«Сайтыбыҙҙа башҡорт рәссамдарының мөмкин тиклем күберәк картиналарын күрһәтеү өсөн эштәрҙе ҡабул итеү 2017 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр оҙайтылды», — тип хәбәр итте Башҡортостан рәссамдарының халыҡ рейтингын булдырыу идеяһы авторы Наил Мәхмүтов.
Проект 570-тән ашыу ҡатнашыусының ике меңдән күберәк эшен берләштерҙе. Картиналарҙы 867 мең тапҡыр ҡарағандар.
http://www.bashinform.ru/news/1098039-proekt-lyubimye-khudozhniki-bashkirii-priglashaet-na-podvedenie-itogov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика