03:00 (UTC+5), 25 Декабрь 2017

«Керәшен һыуыҡтары-2018» фестивале Башҡортостанда конкурс миҙгелен аса

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Керәшен һыуыҡтары-2018» эстрада йыр һәм бейеү фестивале ғаризалар ҡабул итә. Был сара республикала конкурс миҙгелен аса. 18-20 ғинуарҙа йәш музыканттар, йырсылар, эстрада төркөмдәре һәм бейеүселәр Бөрө ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында йыйыла.
Был юлы «Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы 24-се тапҡыр уҙғарыла һәм уға төбәк-ара статус бирелде. Ҡатнашыусылар Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килә.
«Керәшен һыуыҡтары-2018» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсына эстрада ижады өлкәһендә өс айырым конкурс – вокал (яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар), хореография һәм вокал-музыка ҡоралдары ансамблдәре инә. Элек ҡатнашыусылар 16-35 йәш категорияһында көс һынашһа, хәҙер вокал (35 йәшкәсә) һәм хореография (14 йәштән) коллективтары өсөн сиктәр күсерелде һәм вокал-музыка ҡоралдары коллективтарында ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүҙәре бөтөнләй бөтөрөлдө.
Быйылғы тағы бер яңылыҡ – эстрада йыры буйынса оҫталыҡ дәресе менән семинар. Ул фестивалде асыр алдынан 17 ғинуарҙа үтә.
«Керәшен һыуыҡтары-2018» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы 18 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла һәм дуҫлыҡ кисәһе менән тамамлана. Ике сағыу гала-концерт сараның финалы була.
Ҡатнашыуға ғаризалар 2018 йылдың 15 ғинуарына тиклем kreshmorozy2018@mail.ru, gukrcnt@mail.ru электрон адрестарға ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.
http://www.bashinform.ru/news/1096929-festival-kreshchenskie-morozy-2018-otkroet-konkursnyy-sezon-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика