17:29 (UTC+5), 22 Декабря 2017

«Яңы йыл тауышы»: республиканан 780 бала Башҡортостан Башлығы шыршыһына йыйылды

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 22 декабрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһы уҙҙы. Байрамға 780 бала йыйылды. Республиканың баш ҡалаһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестивалдәр лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары килде. Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы.
Быйыл ойоштороусылар мөғжизәләргә бай әкиәти тамаша — «Яңы йыл тауышы» мюзиклын әҙерләгән. Ҡыш бабай ҡарт инде, барыһы ла элеккесә булыуын теләй: шыршы, мандариндар, «В лесу родилась ёлочка» тигән йыр... Йәш кенә Ҡарһылыу ниндәйҙер яңылыҡтар көтә!
Яңы йырҙар, заманса идеялар, инновацион технологиялар индерергә теләй. Өҫтәүенә Ҡыш бабайҙың патефоны ватыҡ икәнлеге асыҡлана һәм яратҡан йыр яңғырамай... Шунан һуң әкиәти илдә ҙур фестиваль иғлан ителә...
«Быйылғы тамашаның исеме заманға ауаздаш — «Яңы йыл тауышы». Изге, музыкаль ғаилә комедияһы, — тип һөйләне тамашаның режиссеры Илшат Фәхертдинов. — Әкиәт бик сағыу, дәртле. Актерҙар ҙа, ҙур ҡурсаҡтар ҙа бар. Өҫтәүенә беҙ тәүгә голограмма файҙаланабыҙ — сәхнәгә 3D-проекция яһала һәм персонаждар ярҙамында эшләй».
Республика Башлығы шыршыһында милли брендтарҙы да күрергә мөмкин ине. «Яңы йыл тауышы» шоуында башҡорт айыуы, Бөрйән Бал ҡорто ла ҡатнашты. Ҙур декорациялар, сағыу костюмдар, 3D-проекция, төрлө номерҙар, йәш сәхнә йондоҙҙары Руслан Хайсаров, Фирғәт Ғарипов, Милена Сираева һәм башҡа артистар — республиканың төп шыршыһы шулай хәтерҙә ҡалды.
Фойела уйындар, әйлән-бәйлән һәм аттракциондар ойошторолдо. Тамашасылар шыршы эргәһендә күңелле музыкаль уйындарҙа ҡатнашты, әкиәт персонаждары менән осрашты, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Яңы йыл программаһы декабрҙә лә, Яңы йыл каникулдарында ла дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1096886-golos-novogo-goda-na-yelku-glavy-bashkortostana-sobralis-780-detey-so-vsey-respubliki-/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика