07:13 (UTC+5), 22 Декабрь 2017

Күренекле башҡорт шағиры тураһында «Бабич» фильмы рус телендә яңғырай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Күренекле башҡорт шағиры тураһында «Бабич» фильмы рус телендә яңғырай. Был хаҡта тарихи кинотаҫманың режиссеры Булат Йосопов хәбәр итте. Фильмдың әлеге варианты башҡортса аңламағандар өсөн бик уңайлы.
«Фильмдың сценарийы бер юлы ике телдә яҙылғайны. Шәйехзада Бабичтың Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән шиғырҙары файҙаланылды. Ролдәрҙе Башҡорт драма театрынан — Фирғәт Ғарипов, Йәштәр театрынан — Рушана Бабич һәм «Нур» татар театрынан Азат Вәлиуллин уҡыны», — тине режиссер.
Уны 21, 25, 27, 29 декабрҙә күрһәтеү ҡаралған. Адресы: Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 10, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың икенсе корпусы. Февралдә «Бабич» фильмының русса вариантын Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин.
«Бабич» тулы метражлы нәфис фильмы башҡорт шиғриәте классигы, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына бағышланған. Фильм Башҡортостан башлығы грантына төшөрөлдө.
http://www.bashinform.ru/news/1096495-film-o-vydayushchemsya-bashkirskom-poete-babich-dublirovan-na-russkiy-yazyk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика