Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2017, 08:00

Башҡортостанда Шәғәли Шаҡман тураһында китаптың исем туйы уҙҙы

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Белорет районының Ҡаһарман ауылында РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, аҡһаҡал Ҡасим Нафиҡовтың «Шәғәли Шаҡман төйәге — Ҡаһарман» китабының исем туйы уҙҙы. Сарала Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев, Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова, яҙыусы Гөлсөм Мостафина, ауыл халҡы ҡатнашты.
Шәғәли Шаҡман тарихи ҡараш яғынан ҡыҙыҡлы, халыҡ хәтеренә һәм бөйөк данға лайыҡ шәхес. Ул Башҡортостандың беренсе дипломаты һәм беренсе тыныслыҡ урынлаштырыусы. Ул 16 быуатта уҡ айырым алынған халыҡтың яңғыҙлыҡ фажиғәһен аңлаған. Шәғәли Шаҡман тик берҙәмлектә көс тип иҫәпләгән һәм халҡын тыныслыҡ, именлек менән тәьмин иткән, уларҙы аҡрынлап урынлы йәшәү рәүешенә күсергән. Нәҡ Шәғәли Шаҡман бей, Тамъян ырыуы башлығы, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарын Рус дәүләтенә башлап ҡушыусыларҙың һәм етәкселәрҙең береһе, Тамъян башҡорттарының Нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәште етәкләгән кеше. 1555 йылдар аҙағында – 1556 йылдар башында Шәғәли Шаҡман берләшкән көньяҡ-көнсығыш башҡорттары илселеге составында һөйләшеү өсөн Ҡазанға батша наместнигына барған. Һөҙөмтәлә тамъяндар Рус дәүләтенә ҡушылған һәм 1557 йылда Иван IV батшанан ерҙәр биләмәһенә эйә булыуға хоҡуҡ грамотаһы алған. Шәғәли Шаҡманға «Тархан» исеме бирелгән.
2019 йылда Шәғәли Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тула. Шуның менән бәйле Белорет районының үҙәк китапхана системаһы Ҡаһарман ауылы китапханаһы нигеҙендә Шәғәли Шаҡман Мәғлүмәт үҙәге ойошторҙо. Унда тарихи шәхескә ҡағылған бөтә мәғлүмәт йыйылған. Юбилей датаһына «Шәғәли Шаҡман – халыҡ дипломаты һәм тыныслыҡ урынлаштырыусы» библиографик белешмәһе сығарыу күҙаллана. Уға халыҡ геройына һәм шул осорҙа йәшәгән башҡорттарҙың тормошона ҡағылышлы баҫылып сыҡҡан бөтә материалдар инәсәк.
Китап авторы Ҡасим Нафиҡов был үҙенсәлекле баҫманы сығарырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.
«Бындай китап сығарыу күптәнге теләгем ине. Унда легендар кеше, Тамъян ырыуы кенәзе Шәғәли Шаҡман, Ҡаһарман ауылы тарихы һәм унда йәшәүселәр хаҡында тарихи материалдар тупланған. Был китапты сығарыуҙа ауылдаштарымдың, староста Элзира Ғәлинаның һәм Дауыт Юлтый исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәренең дә хеҙмәте ҙур. Китап ике дәүләт телендә сыҡты. Уны башҡортсанан рус теленә яҙыусы Гөлсөм Мостафина тәржемә итте. Ваҡытында ауылыбыҙҙа ҡунаҡта булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим хаҡлы һүҙҙәр әйткәйне: «Үҙегеҙҙең геройығыҙ – Шәғәли Шаҡман менән ғорурланығыҙ! Сөнки нәҡ ул бында йәшәгән һәм ерләнгән, уның батырлығын йәш быуын хәтерләргә тейеш», — тип һөйләне Ҡасим Нафиҡов.
Китап йәштәргә тәрбиә биреү өсөн оло әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Илгиз Теләүбаев һәм Белорет районы Башҡорттары ҡоролтайы исеменән Ҡасим Нафиҡовка Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Китаптың исем туйы урындағы үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында концерт менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
http://www.bashinform.ru/news/1095961-v-bashkirii-prezentovali-knigu-o-knyaze-shagali-shakmane/
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: