06:30 (UTC+5), 21 Декабрь 2017

Яңы «Барыһы ла тормошҡа ашасаҡ» арт-объекты: бөгөн өфөләр теләк теләй ала

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙәгендә, Ҡунаҡһарайҙа, сағыу «Барыһы ла тормошҡа ашасаҡ» арт-объекты барлыҡҡа килде. Ул Яңы йыл алдынан Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында башланасаҡ теләктәр йыйыу акцияһы сиктәрендә ҡуйылды.
21 декабрҙә киске сәғәт 5-тән 7-гә тиклем акция ирекмәндәре Өфө халҡына «Киләһе йылға ниндәй теләк теләйһегеҙ» һорауына яуап бирергә тәҡдим итә. Ҡалала йәшәүселәр теләктәрен яңы арт-объект янында открыткаға яҙып, махсус теләктәр йәшнигенә төшөрөп йәки ижади төркөмгә һөйләп уртаҡлаша ала.
Яңы йыл алдынан акцияны Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һамар, Дондағы Ростов, Красноярск һәм Волгоград сауҙа үҙәктәрендә һәм майҙансыҡтарында үткәреү, бөтәһе 50 меңдән ашыу кешенән һорау алыу күҙаллана.
Бөтә теләүселәр акцияға интернетта ла ҡушыла ала. Бының өсөн теләкте #ВсеСбудется тигән акция тегы менән уртаҡлашырға кәрәк. Ирекмәндәр ғәҙәти булмаған теләктәр өсөн брендлы бүләктәр: рюкзак, бейәләй, кәпәс, шарф вәғәҙәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1095773-novyy-art-obekt-vse-sbudetsya-segodnya-ufimtsy-mogut-zagadat-zhelanie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика