05:01 (UTC+5), 21 Декабря 2017

Башҡортостандың төп телеканалында үҫмерҙәр тураһында тәүге сериал эфирға сыға

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 21 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Бирешмә!» үçмерҙəр өсөн беренсе башҡорт сериалы күрһәтелә башлай.
«Беҙ әлеге проектҡа ҙур ихласлыҡ менән ярҙам иттек һәм Яңы йыл алдынан тамашасыларыбыҙға бүләк яһарға: йәшлекте, саф һөйөүҙе, ижадты күрһәтергә булдыҡ», — тине «Родина» кинотеатрында үткән сериалдың исем туйында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы медиахолдингы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы етәксеһе ойоштороу эштәрен башҡарып сыҡҡан «Тамыр» телеканалы директоры һәм сценарий авторҙарының береһе Гөлназ Ҡолһаринаға рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, 10 сериялы сериалды ике йыл буйына, республиканың һәм илдең төрлө мөйөштәрендә: Архангел районының Тәүәкәс ауылында ла, Мәскәүҙә лә төшөргәндәр.
Сценарий буйынса, йырсы булырға хыялланған үҫмерҙәргә ата-әсәләре музыка колледжына уҡырға инеүҙе тыя. Улар ғәзиздәрен нефтсе, юрист, иҡтисадсы итеп күрергә теләй. Балалар биш йәштәр алып йырлай һәм тормоштарын сәхнәнән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Улар бер нимәгә ҡарамайынса хыялдарын бойомға ашырырға — уникаль альбом яҙҙырып, ата-әсәләрен ышандырырға хәл итә. Ләкин тормошта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай икән.
Ролдәрҙе «Тамыр» телеканалы тамашасыларына яҡшы таныш булған Данир Ғимаҙиев, Хәйҙәр Вәлиев, Гәлсәр Байғусҡарова һәм Гөлгөнә Баһауетдинова башҡара.
Уҡыусыларҙан тыш, сериалда Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Вәкилә Ҡалмантаева, Рушана Бабич, актерҙар Рәмзил Сәлмәнов, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Әминев уйнай.
Һәр серияла төп геройҙар башҡарыуында бер нисә яңы йыр яңғырай, уларҙы сериал өсөн махсус рәүештә йәштәр араһында популяр музыканттар Айҙар Хәмзин һәм RNT (Ринат Нигматуллин) ижад иткән. Шулай уҡ бында Радик Гәрәев, Дим Мәннәновтың репертуарынан билдәле йырҙарҙы ла ишетергә мөмкин.
Сериалдың режиссеры — Гөлсәсәк Игебаева, операторы — Марат Юнысов, монтажлау инженеры — Дамир Сәлимов.
Сценарий авторҙары — Гөлназ Ҡолһарина һәм Зөһрә Бураҡаева.
http://www.bashinform.ru/news/1095777-sobytie-na-glavnom-telekanale-bashkirii-pokazhut-pervyy-v-istorii-respubliki-molodezhnyy-teleserial/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика