11:14 (UTC+5), 21 Декабря 2017

2018 йылда ҡурай Башҡортостандың бренды сифатында теркәлеүе мөмкин

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы — ҡурай — 2018 йылда төбәктең бренды булараҡ теркәлеүе ихтимал, тип һөйләне «Парламентская газета» баҫмаһына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Федерация Советы ҡарамағындағы Интеллектуаль милек мәсьәләләре буйынса совет ултырышы йомғаҡтарына ярашлы палата спикеры Валентина Матвиенко һәр сенаторға киләһе йылда урындағы брендтарҙы теркәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Лилиә Ғүмәрова Башҡортостандағы милли музыка ҡоралы — ҡурай барлыҡҡа килгән урындың исемен теркәргә ниәтләй. Әлеге мәлдә төбәк брендтарынан Тула гармуны ғына Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы халыҡ художество кәсептәре реестрына индерелгән, тип өҫтәне ул. Илдә башҡа ундай миҫалдар юҡ.
Ҡурайҙы ҡануни яҡтан географик атамаға беркетеү өсөн Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итер алдынан Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының һығымтаһын алырға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙе парламентарий.
«Әле ведомство халыҡ художество кәсептәре менән генә шөғөлләнә. Шуға күрә ҡайһы бер нескәлектәрҙе яйға һалырға кәрәк. Ләкин беҙ һығымта алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ», — тип Башҡортостандан сенаторҙың һүҙҙәрен килтерә баҫма.
http://www.bashinform.ru/news/1096056-kuray-mozhet-byt-zaregistrirovan-v-kachestve-brenda-bashkirii-v-2018-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика