Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Декабрь 2017, 10:30

Өфөлә һәләтле балаларға Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фонды гранттарын тапшырҙылар

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының кесе залында Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһындағы хәйриә фонды гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Грант һәм премия алыусылар концерт менән сығыш яһаны.
Быйыл төбәктән дүрт йәш кеше үҙенең һәләте һәм тырышлығы менән грант яуланы. Флейтасы Александр Зайцев. Пианиносы Ирина Ғәлиева, виолончелиҙа уйнаусы Яна Штин, йырсы Валерия Назарова уҙған йылда үҙҙәрен иң сағыу күрһәткән. Шулай уҡ пианинола уйнаусы Анна Вәлиеваға һәм Елена Шароноваға, баянсы Рәмил Мөхәмәтшинға, аккордеонсы Эвелина Рәжәповаға «Өмөт» бүләге тапшырылды.
«Бына инде нисәнсе быуын XXI быуат классик музыкаһы йондоҙҙары үҙҙәре тураһында ғорурлыҡ менән «Владимир Спиваков фонды стипендиаты» тип яҙа, ә фондтың исеме Рәсәйҙә мәҙәниәт һәм мәрхәмәтлелек билдәһенә әйләнде. Был исемлеккә Башҡортостан Республикаһынан тағы күберәк таланттарҙың фамилияһы яҙылыу үтә мөһим» — тип билдәләне фонд директоры, билдәле Рәсәй кларнетсыһы Артур Нәзиуллин.
Аҡсалата бүләктән тыш, еңеүселәр ҡыҙыҡлы ижади проекттарҙа ҡатнашыуға саҡырыу алды. Ул – 2018 йылдың апрелендә Өфөлә уҙасаҡ Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фонды академияһы, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды менән ойошторолған «Мәскәү дуҫтарын йыя» XV халыҡ-ара фестивале, Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда Халыҡ-ара хәйриә фондының абонемент концерттары һәм башҡа мөһим бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара проекттар.
Кисә сиктәрендә «Мегафон» компанияһы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ике һәләтле баланы – пианинола уйнаусы Варвара Сугакты һәм баянсы Эвелина Вәхитованы махсус стипендия менән бүләкләне.
Грант яулаусыларға иҫтәлекле димломдар тапшырыусы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, фондтың бағыусылар советы ағзалары ғәҙәттәгесә кисә ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары булды. Улар араһында – Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, фондтың бағыусылар советы рәйесе Лилиә Ғүмәрова, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, билдәле музыкант, төбәк Спиваков фонды етәксеһе Артур Нәзиуллин һәм башҡалар.
2016 йылда төрлө сәнғәт өлкәләрендә һәләтле балаларға булышлыҡ итеү маҡсатында СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваковтың башланғысы буйынса һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында ойошторолған Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваковтың хәйриә фонды был өлкәлә эшләүсе иң ҙур хәйриә ойошмаһына әйләнде. Фонд йәш таланттарға тура стипендия түләү менән финанс ярҙам күрһәтә һәм Башҡортостандың район-ҡалаларынан йыйылған балаларға мәҙәни-мәғариф проекттары сиктәрендә Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө илдәренең иң яҡшы уҡытыусыларында һәм профессорҙарында уҡыу мөмкинлеге бирҙе.
Фонд ҡатнашлығында иң яҡшы концерт һәм күргәҙмә майҙансыҡтарында мәҙәни акциялар һәм фестивалдәр ойошторолған: «Йәйге ижади мәктәп», «Тауыш тылсымы» бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы, Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы, «Таланттар йондоҙлоғо» республика балалар ижады фестивале, «Tyzen House Young» халыҡ-ара фестивале (Беларусия Республикаһы).
2016 йылдан бирле фонд проекттарында 1000-дән ашыу бала ҡатнашты, фонд стипендиаттары Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса булдырылған «Сириус» мәғариф үҙәге проекттарында, «Мәскәү дуҫтарын йыя» халыҡ-ара фестивалендә, Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фондының абонемент концерттарында һәм Мәскәүҙә, Рәсәй төбәктәрендә уҙған башҡа мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1094514-v-ufe-odarennym-detyam-vruchili-granty-blagotvoritelnogo-fonda-vladimira-spivakova-v-bashkortostane/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: