03:00 (UTC+5), 19 Декабрь 2017

Башҡортостандың халыҡ артисы өй төҙөгәндә бронза быуатҡа ҡараған боронғо һауыт тапҡан

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров беҙҙең дәүергә тиклем II мең йыл элеккә ҡараған боронғо һауыт тапҡан. Танылған йырсы уны үҙенең тыуған ауылы Әбйәлил районы Таштимер ауылы янында көтмәгәндә табып алған.
«Балсыҡтан эшләнгән һауыт өй төҙөгән саҡта килеп сыҡты. Ул бик яҡшы торошта һаҡланған – был үтә нескә эш, унда арый символикаһына оҡшаған орнамент бар.
Һауыт яҡынса 8-10 литрлыҡ. Белгестәр уны бронза быуатына ҡарай тине», — тип һөйләне Вәхит Хызыров.
Археологик табылдыҡты артист республиканың Милли музейына тапшырҙы. Хәҙер ул музей фондында һаҡлана. Һис шикһеҙ, бронза быуатына ҡараған һәм үҙенсәлекле һаҡланған һауыт Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «Археология» коллекцияһы биҙәгенә әйләнәсәк, тип хәбәр итте күргәҙмәләр бүлеге мөдире Алһыу Мөфтәхова.
Бөгөн, 19 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Милли музейында музей менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне һәм төбәктең тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау эшенә индергән шәхси өлөшө өсөн Башҡорт филармонияһы йырсыһы Вәхит Хызыровҡа рәхмәт хатын тапшырыу тантанаһы үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1094288-narodnyy-artist-bashkortostana-pri-stroitelstve-doma-nashel-drevniy-sosud-bronzovogo-veka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика