03:30 (UTC+5), 18 Декабря 2017

Рөстәм Хәмитов Нестеров премияһы дәғүәселәренең эштәре менән танышты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында барған «Йолалар һәм рухилыҡ» Нестеров премияһына дәғүәселәрҙең эштәренең Республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһы менән танышты.
Музей директоры Айрат Тереғолов һүҙҙәренсә, премияға бөтәһе 150-ләп эш дәғүә итә. Республиканың 27 билдәле рәссамының һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре беренсе турҙы үткән. Атап әйткәндә, күргәҙмәлә Виктор Домашников, Салауат Ғиләжетдинов, Тәлғәт Мәсәлимов, Ринат Миңлебаев, Фирҙәнт Нуриәхмәтов, Виктор Суздальцев, Юлиә Устюгова кеүек рәссамдарҙың эштәре тәҡдим ителгән.
Күргәҙмә-конкурс музейҙың яңы бинаһында 24 декабргә саҡлы үтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт белеме өлкәһендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы булдырылған. Ул бөйөк һынлы сәнғәт әҫәрҙәре эшләгән, шулай уҡ сәнғәт, художество тәнҡите теорияһы һәм тарихы өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә. Уның күләме 500 000 һум тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1093799-rustem-khamitov-posetil-vystavku-proizvedeniy-nominantov-nesterovskoy-premii/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика