09:10 (UTC+5), 18 Декабря 2017

Өфөлә «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе конкурсында һигеҙ Гран-при тапшырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе конкурсына йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының 10 йыллығына бағышланған гала-концерт уҙҙы. Концертты 2018 йылдың 1 ғинуарында эфирҙа ҡарарға мөмкин.
Проекттың 10 йыллығы уңайынан 600-ҙән ашыу бейеүсе бер сәхнәгә йыйылды. Улар — уҙған йылдарҙа Гран-при яулаусылар, «Байыҡ-2017» финалсылары, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Ҡаҙағстан, Мәскәү ҡунаҡтары.
«10 йыл эсендә бәйгене ойоштороусыларҙың, бейеү ҡуйыусыларҙың һәм ансамбль етәкселәренең тырышлығы менән проект байтаҡ уңыштарға өлгәште: яңы бейеүселәр, ансамблдәр, фольклор төркөмдәре, йәш балетмейстерҙар, онотолмаҫлыҡ тамашалар... «Байыҡ» халыҡ мәҙәниәтен һәм башҡорт бейеүе сәнғәтен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ҙур роль уйнай», — ти проекттың етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Концертта һигеҙ Гран-при тапшырылды:
«Соло — ир-егеттәр» номинацияһында — Алмаз Таҡалов, Башҡорт дәүләт аграр университеты;
«Соло — ҡыҙҙар» номинацияһында — Айгөл Сәлтәшева, Көйөргәҙе районы;
«Оло быуын араһында ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле» номинацияһында — «Дим биҙәктәре» бейеү коллективы, Миәкә районы;
«Оло быуын араһында ир-егеттәр ансамбле» номинацияһында — Закир Үҙәнбаев исемендәге «Атауҙы» ансамбле (Әбйәлил районы);
«Йәш быуын араһында тулы ансамбль» номинацияһында — «Сармат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Сибай ҡалаһы;
«Тулы фольклор ансамблдәре» номинацияһында — «Сәсмәүер» фольклор ансамбле, Әбйәлил районы;
«Ҡатын-ҡыҙ фольклор ансамблдәре» номинацияһында — «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле, Әбйәлил районы, «Аҡ тирәк» фольклор ансамбле, Мәсетле районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.
Йыл хореографы – Йәмилә Бикбаева, йыл репетиторы – Илдар Хәтмуллин. Ҡалған финалсылар башҡорт бейеүе телевизион конкурсының I, II, III дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды һәм «Байыҡ»тан исемле бүләктәр алды.
http://www.bashinform.ru/news/1093538-v-ufe-na-konkurse-bashkirskogo-tantsa-baik-2017-vruchili-tselykh-vosem-gran-pri-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика