Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2017, 11:00

«Батша кәләше» операһының премьераһы Башҡортостандың музыкаль тормошонда ҙур ваҡиғаға әйләнде

Динар Кәлимуллин, Нина Жиленко
Динар Кәлимуллин, Нина Жиленко
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яңы йыл алдынан Башҡорт опера һәм балет театры өфөләргә бүләк эшләне – Николай Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» спектаклен тәҡдим итте. Премьера ике көн дауамында барҙы. Кисә спектаклдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булды.
Яңы спектакль тамашасыларға иҫ киткес тауышлы йырсылар йондоҙлоғо, сағыу ҡуйылышы һәм костюмдары, хорҙың һәм оркестрҙың сифатлы эше, режиссерҙың актерҙарҙы сәхнәлә матур урынлаштырыуы менән иҫтә ҡалды.
Спектаклде башҡорт операһының баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Артем Макаров һәм театрҙың баш режиссеры, халыҡ-ара конкурс лауреаты Филипп Разенков сәхнәгә ҡуйҙы. Спектаклдең художество биҙәлеше өҫтөндә Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Удмуртияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владислав Анисенков (ҡуйыусы рәссам) һәм Ирина Вторникова (яҡтыртыу буйынса рәссам, Дондағы Ростов) эшләне. Хормейстер – халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Александр Алексеев, хореограф – Таьяна Безменова.
«Римский-Корсаков партитураһында бөтә персонаждар ҙа аныҡ билдәләнгән һәм сағыу музыкаль сифаттарға эйә. «Батша кәләше» – заманлаштырыуҙа мохтаж булмаған спектакль, сөнки Иван Грозныйҙың идара итеү дәүере бөгөн, бер ваҡытта ла булмағандай, көнүҙәк. Йәмәғәтселек һәм иҙгенлек темаһы, йәмғиәтебеҙ булдырған һәм таратҡан иҙгенлек күренеше – бик көнүҙәк: сөнки үҙ-үҙебеҙҙе бөткөһөҙ яфалау һәм емереү өсөн шарттар булдырырға яратабыҙ», — тип билдәләне «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе менән әңгәмәлә Филипп Разенков.
Марфаның партияһын йәш, әммә ҙур-ҙур исемдәргә эйә йырсы – «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы һәм «Онегин» милли опера премияһы лауреаты, музыкаль династия вәкиле Дилара Иҙрисова иҫ киткес итеп башҡарҙы. Тамашасылар араһында уның өләсәһе лә – элек Марфаны йырлаған башҡорт сәхнәһе ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәжиә Аллаярова булды.
Любашаның ролен – бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Любовь Буторина, Иван Лыковты халыҡ-ара конкурстар лауреаты Артем Голубев башҡарҙы. Грязныйҙың ролен уйнау өсөн Өфөгә Свердловск өлкәһе губернаторы премияһы лауреаты, Ҙур һәм Мариин театрының саҡырылған солисы Александр Краснов килде. Бомелия ролендә бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Владимир Орфеев сығыш яһаны, Малюта Скуратов – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Онегин» премияһы лауреаты Артур Ҡәйепҡолов, Василий Собакин – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Геннадий Родионов.
Республика ҡаҙнаһынан субсидиялар иҫәбенә сәхнәгә ҡуйылған премьера республиканың музыкаль тормошонда ҙур ваҡиғаға әйләнде. Өфөгә бик күп Мәскәү тәнҡитселәре, шул иҫәптән «Музыкальная жизнь» журналының баш мөхәррире Евгения Кривицкая, Дмитрий Морозов, Сергей Коробков һәм башҡалар килде.
Премьера алдынан ҙур әҙерлек эше алып барылды. Театр эрмитажында Сергей Маджара, Вәғиз Шәйхетдинов кеүек билдәле Башҡортостан рәссамдарының әҫәрҙәренән торған «Рәсәйҙең музыка палитраһы» тигән күргәҙмә ойошторолдо. Тамашасылар өсөн Иван Грозныйға һәм уның дәүеренә бағышланған лекциялар уҙғарылды. Театр директоры Илмар Әлмөхәмәтов проекттың илһамландырыусыһы – «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Илүзә Ҡапҡаеваға рәхмәт әйтте.
«Тамашасыларыбыҙҙы аңлау һәм улар менән диалог булдырыу, фекерҙәр ишетеү беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Бөтәһе лә проекттың дауам итеүен теләне. Киләсәктә һәр ҙур премьера алдынан быны эшләргә тырышырбыҙ. Операға әҙерләнеп килеү мөһим, сөнки ул саҡта ғөмүмән икенсе тәьҫорат алаһың», — тип билдәләне Филипп Разенков.
http://www.bashinform.ru/news/1094055-premera-opery-tsarskaya-nevesta-stala-sobytiem-muzykalnoy-zhizni-stolitsy-bashkortostana/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: