07:28 (UTC+5), 18 Декабрь 2017

Американдар башҡорт ҡурайы менән ҡыҙыҡһына

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Американдар башҡорт ҡурайы менән ҡыҙыҡһына. Был турала билдәле музыкант Рәмил Ғәйзуллин хәбәр итте. Ул Алматыла Ҡаҙағстан этнографияһының 200 йыллығына арналған «XXI быуатта традицион музыка» халыҡ-ара ғилми конференцияһында ҡатнашты.
Рәмил Ғәйзуллин Алматыға Курмангазы исемендәге Милли консерваторияның саҡырыуы буйынса барҙы. Уның доклады «Башҡорт халҡының тынлы уйын ҡоралдары» тип аталды. Сарала шулай уҡ Төркиә, АҠШ, Венгрия, Үзбәкстан, Бөйөк Британия, Молдова, Ҡырғыҙстан, Рәсәй ғалимдары ҡатнашты. Мәскәү консерваторияһынан да уҡытыусы-ғалимдар бар ине.
«АҠШ-тан ғалим-тикшеренеүсе Пост Дженифер үҙ сығышында ҡурай тураһында әйтеп үтте. Ләкин минең докладымды тыңлағандан һәм тәүге тапҡыр ҡурайҙы күргәндән һуң, беҙҙең милли уйын ҡоралыбыҙға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ул мине Аризона университетына конференцияға саҡырҙы», — тип һөйләне Рәмил Ғәйзулллин.
Конференция барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, Ҡаҙағстандың сәнғәт оҫталары һәм конференция ҡунаҡтары ҡатнашлығында гала-концерт уҙҙы.
Рәмил Ғәйзуллин — ҡурайсы, дирижер, Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалған. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.
http://www.bashinform.ru/news/1093829-amerikantsy-zainteresovalis-bashkirskim-kuraem-/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика