03:00 (UTC+5), 15 Декабря 2017

«Рәсәй-1. Башҡортостан» каналында «Ислам Нуры» тигән дини рубрика сыға башлай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй-1. Башҡортостан» каналында, «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуында «Ислам Нуры» тигән дини рубрика сыға башлай. Ул һәр йома иртәнге сәғәт 9-ҙа сығасаҡ, тип хәбәр итте телеканалдың матбуғат секретары Наталья Агрова.
Авторҙарҙың идеяһын Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хупланы, уларға уңыштар һәм илһам теләне. «Ислам Нуры» рубрикаһында ислам дине хаҡында мөһим һәм дөрөҫ мәғлүмәт – йолаларҙың, дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙең аңлатмаһы, мәҙәниәт һәм дин ғилеме менән таныштырыу тәҡдим ителә.
«Динебеҙ тормош юлдашын статусы, тышҡы билдәләре йәки йәмғиәттәге хәле буйынса түгел, ә Аллаһҡа табыныу буйынса һайларға ҡуша. Үҙенең яртыһын таба алғандар һәм дини ғаилә ҡорғандар бәхетле. Шуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ яңғыҙ ҡалған кешеләр бар, ниңә шулай килеп сыға һуң? Тормоштағы иң мөһим - ғаилә ҡороу мәленә ислам дине ҡарашынан күҙ һалып ҡарайыҡ», — тип һөйләй «Ислам Нуры» рубрикаһын алып барыусы Илмира Арыҫланова.
http://www.bashinform.ru/news/1092885-na-kanale-rossiya-1-bashkortostan-poyavitsya-musulmanskaya-rubrika-islam-nury/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика