06:00 (UTC+5), 15 Декабря 2017

Өфөлә билдәле Рәсәй йырсылары ҡатнашлығында «Дүртәүҙең йөрәге» хәйриә концерты үтте

Динар Кәлимуллин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рәсәйҙең билдәле опера йырсылары ҡатнашлығында «Дүртәүҙең йөрәге» хәйриә концерты үтте. Уны «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ете йылы тулған «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойошторҙо. Концерт тамашасылары араһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм «Мәрхәмәт» фонды советы рәйесе Гөлшат Хәмитова булды.
Өфөлә бер сәхнәлә тәүгә бөтөн Рәсәйҙең иң сағыу опера йырсылары: Екатерина Сергеева (Мариин театры), Гөлнара Низамова (Краснодар музыка театры), Илья Говзич (Ҙур театр), Александр Миминошвили (Ҙур театр) йыйылды. Улар Раушан Яҡупов етәкселегендә Башҡортостан Милли симфоник оркестры оҙатыуында опера арияларын башҡарҙы.
Билеттарҙан кергән бөтә аҡса фонд тәрбиәләнеүселәренә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙамға йүнәлтелә. «Мәрхәмәт» фонды донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында ҙур хәйриә концерттарын уҙғарыу йолаһын дауам итә. Был сараларҙа 2015 йылда Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов (концерт һөҙөмтәһе буйынса 63 балаға ярҙам күрһәтелде), 2014 йылда Алексей Кортнев һәм «Бәхетһеҙ осраҡ» төркөмө (17 балаға ярҙам күрһәтелде) ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1093183-v-ufe-sostoyalsya-blagotvoritelnyy-kontsert-serdtsa-chetyrekh-s-uchastiem-izvestnykh-rossiyskikh-sol/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика