07:56 (UTC+5), 14 Декабря 2017

Яратҡан башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин. Ерҙең төньяҡ нөктәһендә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингында еңеүселәрҙең һәм проекттың төп партнерҙарының исемдәре яҙылған вымпел ҡуйыу күҙаллана.
«Тәүгеләрҙән булып Төньяҡ ҡотопто американ Роберт Пири яулай. 1909 йылдың 6 апрелендә ул эттәр егеп төньяҡ ҡотопҡа барып етә. Шул ваҡыттан алып унда сәйәхәт ҡылыусылар булды, ләкин бындай проект тәүгә тормошҡа ашырыла», — ти проектты ойоштороусылар.
Танылған башҡорт рәссамы Ринат Миңлебаев вымпелдың эскизын әҙерләү менән мәшғүл. Үҙҙәренең сәнғәте менән бик күп кешеләрҙең йөрәген яулаған һәм призлы урын алған башҡорт рәссамдарының исемен башҡорт һынлы сәнғәте оҫталары антологияһына индереү ҡаралған. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса донъя күргән китапты башҡорт рәссамдарының исеме яҙылған вымпелды ҡуйыу барышын сағылдырған фотоһүрәттәр менән биҙәү күҙаллана.
Әле халыҡ рейтингында Башҡортостандан 560 рәссам ҡатнаша, улар өсөн донъяның 84 иленән тауыш бирәләр. Проектты 800 мең кеше ҡараған.
http://www.bashinform.ru/news/1092612-imena-lyubimykh-bashkirskikh-khudozhnikov-poyavyatsya-na-severnom-polyuse-zemli/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика