11:00 (UTC+5), 12 Декабрь 2017

Ратмир Бәҙретдинов: «Байыҡ» конкурсы башҡорт бейеүен үҫтерә һәм беҙҙе Фәйзи Ғәскәровтың традицияларына алып ҡайта»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Байыҡ» конкурсы башҡорт бейеүен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул беҙҙе күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың традицияларына алып ҡайта. Элекке йылдарҙа хатта Мәскәүгә алып барырлыҡ кеше юҡ ине. Ул ваҡытта халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу булманы. «Байыҡ» иһә яңы башҡарыусыларҙы асты, беҙҙе тәртипкә, бейеү мәҙәниәтенә өйрәтте. Ойоштороусыларға, әлеге проектҡа булышлыҡ иткән республика етәкселегенә шуның өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тип белдерҙе Башҡортостандың халыҡ артисы, алыштырғыһыҙ жюри рәйесе Ратмир Бәҙретдинов «Башинформ» агентлығында «Байыҡ»тың 10 йыллығына бағышланған матбуғат конференцияһында.
13 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙа. Унда республиканың төрлө ҡала-райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 500-нән ашыу һәләтле бейеүсе ҡатнаша. Быйыл байрамға Ҡаҙағстандан, Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Татарстандан, Мәскәүҙән башҡарыусылар һәм коллективтар саҡырылған. Өфөгә «Барс» бейеү ансамбле (Төньяҡ Осетия-Алания) һәм «Салтанат» дәүләт бейеү ансамбле солисы Ернур Карыкбол (Ҡаҙағстан) килгән дә инде. Гала-концертта проекттың хроникаһын күрһәтеү күҙаллана, ойоштороусылар, ҡатнашыусылар һәм тамашасылар 10 йыл эсендә булған иң сағыу мәлдәрҙе иҫкә төшөрә ала.
Йола буйынса, иң оҫта бейеүселәр ситек рәүешендә эшләнгән статуэтка һәм дипломдар менән бүләкләнә. Быйыл төрлө номинацияларҙа һигеҙ Гран-при тапшырыу ҡаралған, тип билдәләне проекттың авторы, атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева.
«Беҙгә 10 йыл тула, «Байыҡ» проекты 2007 йылда башланғайны. Тәүҙә бәйгелә яңғыҙ бейеүҙәрҙе башҡарыуҙы күҙ уңында тотһаҡ, хәҙер ансамблдәрҙе лә саҡырабыҙ. Беренсе тапҡыр 50 ҡатнашыусы ғына булғайны. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара, ошо йылдар эсендә конкурста һигеҙ меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашты, араларында халыҡ артистары ла, ябай кешеләр ҙә булды. Республика сәнғәтенең алтын фондына ингән 150 яңы бейеү һалынды. Ауылдарҙан беҙгә төркөмдәр, тотош ғаиләләр менән киләләр. «Байыҡ»та ҡатнашыусылар бөгөн Ғәскәров исемендәге ансамблдә лә, «Мираҫ»та ла, Һамарҙа ла, Мәскәүҙә лә бейей», — тип һөйләне Рита Өмөтбаева.
Башҡортостандың халыҡ артисы, «Байыҡ» телевизион конкурсының жюри ағзаһы Риф Ғәбитов Рәсәйҙең бер төбәгендә лә ошоға оҡшаш проекттың булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Риф Ғәбитов әйтеүенсә, проект барған йылдарҙа күсәгилешлелек нығынды, тотош балетмейстерҙар быуыны үҫеп сыҡты, яңы ҡыҙыҡлы бейеүҙәр ҡуйылды, музыкаль биҙәлештең сифаты яҡшырҙы, яңы үҙенсәлекле костюмдар тегелде.
Проекттың финалын Башҡортостан юлдаш телеканалында 2018 йылдың 1 ғинуарында ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1091549-radmir-batretdinov-konkurs-bayyk-razvivaet-bashkirskiy-tanets-i-vozvrashchaet-nas-k-traditsiyam-fayz/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика