06:00 (UTC+5), 12 Декабрь 2017

Өфөлә тәүгә интеллектуаль театр баттлы уҙҙы: киң мәғлүмәт саралары командаһы еңде

Булат Ғәйнетдинов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тәүгә баш ҡала театрҙары араһында «СмАРТ» интеллектуаль-күңел асыу баттлы уҙҙы. Уйын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Кесе залында үтте. Интеллектуаль алышта киң мәғлүмәт саралары командаһы еңеүсе булды.
Уйында Башҡорт, Рус, Йәштәр драма, «Нур» татар, Йәш тамашасы, Ҡурсаҡ театрҙары һәм «Киң мәғлүмәт саралары ҡыҙҙары» командаһы ҡатнашты. Брейн-ринг форматындағы конкурс биш раундтан торҙо. Унда театр, кино тураһында, фекерләүгә һәм дөйөм тәрән белемлелеккә һорауҙар инде.
Киң мәғлүмәт саралары командаһына «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан Ләйлә Аралбаева, «Республика Башкортостан» гәзитенән Елена Шарова, «Кызыл таң» гәзитенән Айгөл Юльяҡшина, «Российская газета» баҫмаһынан Гөлназ Данилова һәм «Медиакорсеть» агентлығынан Надежда Вәлитова булды.
Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы уйынды ойоштороусы булып сығыш яһаны. Уйын өсөн һорауҙарҙы драматург Әнгизә Ишбулдина әҙерләне. Жюриҙә театр белгесе Айһылыу Сәғитова һәм спорт комментаторы Азамат Моратов эшләне.
«Театр берекмәһен ойоштороу өсөн күп көс һалабыҙ. Спорт ярыштары, театр һабантуйҙары үткәрәбеҙ. Интеллектуаль уйынды тәүгә ойошторҙоҡ һәм уны даими уҙғарырға ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев.
http://www.bashinform.ru/news/1091289-vpervye-v-ufe-sostoyalsya-intellektualnyy-teatralnyy-battl-vyigrala-komanda-smi/
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика