13:17 (UTC+5), 11 Декабря 2017

Республикала «Бәлешфест» фестивале, «Тулҡынландырғыс Башҡортостан» һәм Һөнәрҙәр мәктәбе президент гранттарына лайыҡ булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале федераль грант алды. Президент гранттары фонды уны уҙғарыуға 471,8 мең һум аҡса бүлде. Фестивалде «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Ошо хаҡта мәғлүмәт Президент гранттары фонды сайтында «Еңеүселәр» бүлегендә баҫылған.
«Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү» бүлегендә төрлө гранттарға лайыҡ булған тағы бер нисә ҡыҙыҡлы проект бар. Бынан алда «Башинформ» 1,45 миллион һумлыҡ грант алған «Башҡортостандың әҙәби мәктәбе» проекты хаҡында хәбәр иткәйне.
Башҡортостандағы Владимир Спиваков фонды академияһына 2,1 миллион һумдан ашыу күләмдә грант бирелә. «Халыҡ кәсептәре: йәшәү сәнғәте!» балалар университеты шәхси белем биреү учреждениеһы 1677 мең һумлыҡ грант менән билдәләнгән.
«Тулҡынландырғыс Башҡортостан»: күреү һәләте боҙолған кешеләр өсөн күп милләтле Башҡортостандың мәҙәниәте буйынса рус һәм башҡорт телдәрендә тактиль һүрәтле (рельефлы) китаптар һәм альбомдар әҙерләп, баҫтырып сығарыу 1,374 мең һумлыҡ грант ала.
«Сильбийская радуга» төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр фестивален уҙғарыуға 290 мең һум аҡса йүнәлтелә. Уны Бәләбәй районының Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы ойоштора.
Башҡортостандың Һөнәрҙәр палатаһы проекты 2,3 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына «Һөнәрҙәр мәктәбен» үткәрә. Сибай ҡалаһының Социаль үҫешкә булышлыҡ итеү хәйриә фондына «Ирәндек моңдары» фестивален уҙғарыу өсөн 500 мең һум йүнәлтеү ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1090703-v-bashkirii-prezidentskie-granty-poluchili-festival-beleshfest-trogatelnyy-bashkortostan-i-shkola-re/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика