09:34 (UTC+5), 08 Декабря 2017

Нурия Ирсаева үҙенең юбилейы йылында төп ролдә киноға төштө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған башҡорт актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева үҙенең юбилей йылында киноға төштө. Ул режиссер Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролде башҡарҙы. Таҫма «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлдө.
«Фильм режиссерҙың өләсәһе Мәрзиә Кәримоваға бағышланған автобиографик тарихҡа нигеҙләнгән. Ҡыҙ әсәһенә уның берҙән-бер улының яҡты донъянан киткәнлеген әйтергә тейеш. Был тормошта иң ҙур һынауға әүерелә. Роль тәүҙән үк Нурия Ирсаева өсөн яҙылды, — тип һөйләне фильмдың сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева. — Был — хөрмәтле һәм талантлы актрисаның юбилейына бүләгебеҙ».
Шулай уҡ ролдәрҙә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты уҡытыусыһы Земфира Хөсәйенова, Илдар Сәйетов һәм йәш актер Арыҫлан Тимеров уйнай.
Кинотаҫманың рәсми презентацияһы «Родина» кинотеатрында Халыҡ-ара кино көнөнә — 28 декабргә билдәләнгән. Фильм Архангельскиҙа барған VI «Берегиня-2017. Вместе в будущее» халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уны «Документаль кино» номинацияһы сиктәрендә күрһәттеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1089909-izvestnaya-aktrisa-nuriya-irsaeva-v-god-svoego-yubileya-snyalas-v-glavnoy-roli-v-kino/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика