07:45 (UTC+5), 08 Декабря 2017

Башҡортостанда мәҙәниәт проекттарына республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәһендәге әһәмиәтле ижади проекттарға ярҙам итеү йәһәтенән республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 6 декабрҙә тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Хәҙер дәүләт һәм муниципаль бюджет, автономиялы учреждениеларға гранттар субсидия рәүешендә конкурс нигеҙендә бирелә. Гранттар яңы тамашалар (опера, балет, спектакль, мюзикл, концерт, шоу-программа, кинофильм) ҡуйған; күренекле эшмәкәрҙәрҙең хәтерен мәңгеләштергән; мәҙәни мираҫты һаҡлаған, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын пропагандалаған өсөн тапшырыла.
Гранттарҙың дөйөм суммаһы — 90 миллион һум. Йыл һайын республиканың ижади коллективтары түбәндәге гранттарға лайыҡ була:
13,5-әр миллион һумлыҡ 2 грант;
9,0-ар миллион һумлыҡ 5 грант;
4,5-әр миллион һумлыҡ 2 грант;
1,8-әр миллион һумлыҡ 3 грант;
900 меңәр һумлыҡ 4 грант.
Гранттар тапшырыу буйынса комиссияны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкләй. Конкурс комиссияһы ағзалары бәйгелә ҡатнаша алмай.
http://www.bashinform.ru/news/1089550-v-bashkirii-utverdili-novye-pravila-predostavleniya-millionnykh-grantov-glavy-respubliki-na-proekty-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика