04:00 (UTC+5), 06 Декабрь 2017

Республикала йәш сәсәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Розалиә Солтангәрәева биргән фотолар
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда «Сәсәндәрем, килегеҙ!» төбәк сәсәндәр фестивале үтте. Ул Әлшәй районының административ үҙәгендә, Раевка ауылының Мәҙәниәт йортонда үтте. Филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәева проект етәксеһе булып сығыш яһаны. Фестивалдә Миәкә, Дәүләкән, Әлшәй райондары сәсәндәре ҡатнашты.
Фестиваль сиктәрендә йәш сәсәндәр өсөн Розалиә Солтангәрәева оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Фестивалде ойоштороуҙа һәм уны уҙғарыуҙа Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтте.
Розалиә Солтангәрәева – халыҡ йырҙарын, үҙе яҙған әҫәрҙәрҙе башҡарыусы, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул Мәскәүҙә 12-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1985 йыл) дипломанты, Алма-атала Халыҡ-ара аҡындар һәм сәсәндәр конкурсы (1996 йыл), Смоленскиҙа Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1991 йыл), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге бүләккә республика халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1984 йыл), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. 2011-2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләне. Сактаган Баишев исемендәге Аҡтүбә университетының хөрмәтле профессоры. Башҡорт фольклоры һәм традицион мәҙәниәте буйынса бик күп монографик тикшереүҙәр, йыйынтыҡтар, әсбаптар, ғилми мәҡәләләр авторы. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика