10:59 (UTC+5), 06 Декабря 2017

Республикала II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы үтте

Юрий Нестеренко
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы уҙҙы.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сығыш яһаны.
Конкурста төрлө йәштәге яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты, уларҙың иң бәләкәйҙәренә алты йәш булһа, иң олоһона 72 йәш ине. Бәйгегә Межгорье ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе өлкәһенән һәм Татарстандан йырсылар килгәйне.
Уларҙың башҡарыу оҫталығын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендәге «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбленең художество етәксеһе (Өфө ҡалаһы), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Виктор Ярцев, Ырымбур дәүләт сәнғәт институты доценты Светлана Банникова, Пермь дәүләт мәҙәниәт институты доценты Әлфиә Әғләмйәнова баһаланы.
«Шуныһы ҡыуаныслы: конкурста алты йәштән 72 йәшкәсә йырсылар ҡатнашты. Тимәк, рус йырына булған һөйөү быуындан быуынға тапшырыла килә. Рус йыры йәшәй! Йыр — ул байрам ғына түгел, ныҡышмалы хеҙмәт тә. Ике көн буйына барған бәйге һәр кемдең күңелендә изге эҙ ҡалдырыр тип ышанабыҙ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты проекттың авторы һәм сараның координаторы Наталья Кондакова.
6-11 йәшлектәр араһында Салауат ҡалаһынан София Мөхәмәтдинова — беренсе, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан Полина Козлова — икенсе, Стәрлетамаҡ районынан Татьяна Тупичкина өсөнсө дәрәжә лауреат исемен алды.
12-15 йәшлектәр араһында — Мира Аникеева (Салауат ҡалаһы), 16-24 йәш категорияһында — Юлиә Патраева (Стәрлетамаҡ районы), 25-42 йәшлектәр араһында Екатерина Бережная (Иглин районы) беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. 43 йәштән өлкәндәр араһында Татарстандың Баулы районынан Валентина Данилина еңеү яуланы.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика