02:50 (UTC+5), 06 Декабря 2017

Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһен үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү системаһын камиллаштырыуға арналған Мәҙәниәт буйынса III республика кәңәшмәһен уҙғарҙы.
Төбәк етәксеһе Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендә ярайһы уҡ юғары үҫеш күрһәткестәренә эйә булыуын билдәләне.
- Республика илдең ун иң театраль төбәгенә инә, филармония коллективтарының эшен ойоштороу йәһәтенән Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы булып иҫәпләнә. Музей эше, шул иҫәптән һанлаштырыу ҙа яҡшы ҡуйылған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ – китапханалар, клубтар, мәҙәни-ял итеү ойошмалары һаны, китапханалар менән ҡулланыусылар, мәҙәниәт учреждениелары түләүле нигеҙҙә ойошторған сараларға йөрөүселәр иҫәбе буйынса беренсе. Әммә өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға ярамай. Һис шикһеҙ, алға хәрәкәт итергә, ижади эшмәкәрлек менән заманса таныштырыу формаларын эҙләргә, яңы эксперименталь жанрҙар үҙләштерергә, креатив майҙансыҡтар ойошторорға, уңышлы проекттарҙы дауам итергә кәрәк.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, кадрҙар әҙерләү тармаҡ үҫешендә төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
- Тиҫтәләгән йылдар дауамында республикала өс кимәлле ижади кадрҙар әҙерләү системаһы эшләй – балалар музыка мәктәптәрендә һәм сәнғәт мәктәптәрендә, училищеларҙа (колледждарҙа) һәм юғары уҡыу йорттарында. Ул юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте. Шуға ҡарамаҫтан, уҡытыу йөкмәткеһен һәм формаларын яңыртыу, заманса белем биреү процесын ойоштороу йәһәтенән эште, бер һүҙһеҙ, камиллаштарырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан мәктәптәр һәм уларҙа белем алған уҡыусылар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында торһа, республика халҡы иҫәбенә ҡарата яҡынса шөғөлләнеүселәр иҫәбе буйынса беҙ 11-се урында. Әлбиттә, был хәлде төҙәтергә кәрәк.
Тормошҡа ашырырға кәрәк саралар иҫәбендә республика етәксеһе дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм мәҙәниәт учреждениелары менән селтәрле үҙ-ара эш итеү нигеҙендә яңы уҡыу майҙансыҡтарын булдырыуҙы, онлайн-форматында уҡытыу программаларын индереүҙе, заманса мәғлүмәт технологияларын киң ҡулланыуҙы атаны. Мәктәптәге түңәрәктәр, йәшәү урыны буйынса төрлө үҙәктәр һәм студиялар ижади белем биреүҙең төп өлөшөнә әйләнергә тейеш.
-Дөйөм алғанда, ныҡлы матди-техник һәм методик база, заманса эш алымдары һәм формалар, компетентлы кадрҙар, һөҙөмтәле менеджмент, иң яҡшы тәжрибәләргә таянып эшләү республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүҙә төп уңыш нигеҙҙәре булып тора. Бөгөн бергәләп көс һалып эшләүҙән бер нисә йылдан мәҙәниәт учреждениеларына ниндәй кадрҙар килеүе, ижади коллективтарҙың кимәле, Башҡортостан сәнғәтенең дөйөм ниндәй йүнәлештә үҫешәсәге тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан һәр саҡ таланттар, сағыу үҙешмәкәр артистар, коллективтар әҙерләү урыны булды. Быны илдә һәм донъяла ла таныйҙар. Һәм ны юғары кимәлдә тоторға кәрәк. Был юҫыҡта күмәкләп эшләрбеҙ.
Кәңәшмә сиктәрендә Башҡортостан Башлығы йәш таланттарҙың ижади үҫешенә ҙур өлөш һалған иң яҡшы уҡытыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика