Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2017, 10:00

Рөстәм Хәмитов Өфө музыка колледжында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһе сиктәрендә быйыл 45 йыллығын билдәләгән профессиональ йүнәлештәге уҡыу йортонда – Урта махсус музыка колледжында булды.
Колледж Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе ректоры, данлыҡлы башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев башланғысы буйынса был уҡыу йорто ҡарамағында 1972 йылда ойошторолған. Уның төп бурысы – Башҡортостан ҡалаларында һәм ауыл райондарында йәшәүсе музыкаль яҡтан һәләтле балаларҙы артабан юғары уҡыу йортонда уҡытыу өсөн әҙерләү.
Республика Башлығы фортепиано, виолончели, камера ансамбле, музыкаль әҙәбиәт, музыка теорияһы, уҡыусылар музыкаль программалар өйрәнгән һәм компьютер ярҙамында төрлө музыка ҡоралдары төркөмдәре өсөн классик әҫәрҙәр һалған информатика кластарын ҡараны. Колледж директоры Миңлевәли Сафин уҡыу йортоноң матди базаһы даими яңырып тороуы, яңы музыка ҡоралдары алыныуы хаҡында һөйләне.
Колледжды ҡараған саҡта Салауат музыка колледжы нигеҙендә ойошторолған Владимир Спиваковтың Йәш таланттар музыка мәктәбе менән телекүпер ойошторолдо. Видеоконференция режимында эш – консультация уҙғарыу, башҡа музыка йорттары менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик яҡшы вариант ул, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Колледж тәрбиәләнеүселәре бәләкәй генә концерт ҡуйҙы, унан һуң республика етәксеһе уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән аралашты, уҡыу йортон үҫтереү перспективаһын өйрәнде.
- Мин музыка яратам. Бындай мөмкинлек килеп сыҡҡанда классик музыка концерттарында булам. Һәр саҡ күберәк музыканттар, ҡеүәтле оркестрҙар, алдынғы мәҙәниәт кәрәклеге хаҡында уйлайым. Был йәһәттән ҡулымдан килгәнде эшләйем. Беҙ аҡрынлап алға барабыҙ – финанслауҙы арттырабыҙ, музыка ҡоралдары һатып алабыҙ, аҙ булһа ла эш хаҡын арттырабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Музыкаға, мәҙәниәткә тартылған йәштәр күберәк булһын ине. Беҙҙә ысын музыка менән ҡыҙыҡһынған, уны тәрән белгән кешеләр бик аҙ. Күренекле башҡарыусыларҙың концерттарында иң яҡшы осраҡта – яртыһынан күберәк зал була. Был беҙгә йәнә тырышырға һәм тырышырға кәрәк тигәнде аңлата, был бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: