08:23 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Республика халҡы «Miss Asia Russia 2017» исеменә дәғүә иткән Юлиә Әбүбәкирова һәм Ләйсән Зиннурова өсөн тауыш бирә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан халҡы «Miss Asia Russia 2017» исеменә дәғүә иткән Юлиә Әбүбәкирова һәм Ләйсән Зиннурова өсөн тауыш бирә ала. Интернет аша тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында бер еңеүсене билдәләү ҡаралған. Ҡыҙҙар өсөн ошонда тауыш бирергә мөмкин.
«Miss Asia Russia 2017» халыҡ-ара гүзәллек һәм һомғоллоҡ фестивале (конкурсы) Мәскәүҙә уҙғарыла. Тажға бөтәһе 15 һылыуҡай дәғүә итә. Финал 14 декабрҙә үтә.
Фестиваль ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи матурлығын, интеллектуаль һәм ижади үҫешен күрһәткән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, хеҙмәт карьераһында һәм шәхси тормошонда уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған, тыуған ҡалаһын, төбәген, илен яратҡан йәш ҡыҙҙың ыңғай образын булдырыу, шулай уҡ йәштәрҙә донъяға гуманистик ҡараш, эстетик зауыҡ тәрбиәләү, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика