06:30 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Уҡытыусы һәм йырсы Марат Шәрипов Татарстандың Муса Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Уҡытыусы һәм йырсы Марат Шәрипов Татарстандың Муса Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты булды. Премияны «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары һәм етәкселәре конкурсын ябыу тантанаһы сиктәрендә Ҡазан ратушаһында тапшырҙылар.
Марат Шәрипов әүҙем йәмәғәт һәм аң-белем таратыу эше һәм йәштәр программаларын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергәне өсөн премияға лайыҡ булды. Был премия тәүгә Татарстандан ситтә йәшәгән кешегә тапшырылды.
«Премияны тапшырыу тантанаһында ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы дуҫлыҡ, бер-беребеҙҙән өлгө алып йәшәүебеҙ хаҡында һөйләнем. Сығышымдың аҙағында Муса Йәлилдең «Йырҙарым» тигән шиғырын уҡып ишеттерҙем», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Марат Шәрипов.
Муса Йәлил исемендәге премия сәнғәт, фән, мәғариф, тәрбиә биреү үҫешенә шәхси өлөш индереү, йәштәр эшҡыуарлығы, йәштәр программаһын тормошҡа ашырыу өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Дәғүәселәр буйынса ҡарарҙы Татарстан Республикаһының күренекле мәҙәниәт, фән, мәғариф эшмәкәрҙәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре иҫәбенән булдырылған комитет ҡабул итә. Лауреаттар диплом, лауреат билдәһе һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Быйыл уның суммаһы һәр ҡайһыһы 200 мең һумғаса арттырылды.
Марат Шәрипов – Башҡорт дәүләт университеты доценты, Башҡорт опера һәм балет театры йырсыһы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика