07:28 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Өфөлә «Зәңгәр ҡош» финалсыһы Ләйсән Золотарева ҡатнашлығында башҡорт эпостарын төшөрөү башланды

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Ләйсән Золотарева ҡатнашлығында башҡорт эпостары буйынса сюжеттар төшөрөү башланды. Эпостарҙан өҙөктәрҙе башҡорт сәсәндәре традицияһын дауам итеүселәр һөйләй. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Урал батыр» эпосы проектта айырым урынды биләй.
Тәүге сюжеттар Башҡортостандың Милли музейында төшөрөлдө. Унда Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы сәсәндәр мәктәбе (етәксеһе — Розалиә Солтангәрәева) студенттары, Бөрйән районы сәсәниәләре Сәлимә Ғарифуллина, Гүзәл Сырлыбаева, шулай уҡ «Рәсәй 1» каналында барған «Зәңгәр ҡош» проекты финалсыһы Ләйсән Золотарева ҡатнашты.
Видеосюжеттарҙы режиссер Фәрзәнә Утарбаева («Ҡырағай», «Дауалаусы дошманым») һәм режиссер ярҙамсыһы, оператор Азамат Тимербаев төшөрә. Алда — яңы персонаждар һәм ҡыҙыҡлы сюжеттар менән эштәр көтә. Һуңынан «Башҡорт сәсәндәре» тигән методик ҡулланма сығарыу күҙаллана.
Проекты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге. Проект сәсәнлек институтын һаҡлау, «Урал батыр» эпосын пропагандалау һәм эпик мираҫты өйрәнеүҙе популярлаштырыу маҡсатында булдырылған.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика