13:04 (UTC+5), 04 Декабрь 2017

Башҡортостанда йәшәгән һәр кем «Минең телем — дуҫлыҡ теле» акцияһында ҡатнаша ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Минең телем — дуҫлыҡ теле» республика акцияһы башлана. Акцияға 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә старт бирелә. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә бер үк ваҡытта уҙғарыла.
Өфөлә ижади форумды асыу тантанаһы Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Был көндә акцияла Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре — яҙыусылар, актерҙар, музыканттар, йырсылар ҡатнаша.
«Минең телем — дуҫлыҡ теле» республика акцияһы башҡорт, рус һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә Тыуған ил, туған тел тураһында шиғырҙар һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Милли уйын ҡоралында уйнау, милли кейемдә сығыш яһау мотлаҡ.
Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ. Бының өсөн #минеңдуҫлыҡтелем#Bashkortostanmkrb #туғантел тигән рәсми билдәләр менән сығыштың видеояҙмаһын «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмгә һалырға кәрәк. Уны берҙәм стандарт — ғариза буйынса тултырыу мөһим. «Бәйләнештә»ге төркөмдөң модераторҙары иһә ай һайын иң күп «лайк» йыйған ҡатнашыусыны билдәләп, уның видеояҙмаһын «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» республика интернет-порталында баҫтыра.
Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Һәр кем бер шиғыр һөйләй. Сығыш өс минуттан артмаҫҡа тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика