Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2017, 08:00

Баш ҡалала «Башҡорт йыры-2017» фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә йыл һайын уҙғарылып килгән «Башҡорт йыры-2017» фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде. Йәш башҡарыусылар Гөлнара Вәлиева һәм Алмас Хөсәйенов башҡорт эстрада йыры телевизион фестиваль-конкурсы Гран-прийын яуланы.
Еңеүселәргә дипломдар һәм статуэткалар, шулай уҡ «Яҡтыкүл» шифаханаһына юллама һәм «Ҡурай» телеканалында клип төшөрөүгә 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Проект етәксеһе Рита Өмөтбаева хәбәр итеүенсә, башҡорт йырының мәңгелеген символлаштырған һындар йәшмәнән, көмөштән һәм мәрмәрҙән эшләнгән.
Гөлнара Вәлиева – Башҡорт опера һәм балет театры йырсыһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында Фәрзәнә Сәғитованың класын тамамлаған. Конкурста артист «Ғилмияза» башҡорт халыҡ йырын, Р. Сәхәүетдинова һәм Д. Мәхмүтовтың йырҙарын башҡарҙы. Гала-концертта Гөлнара Я. Ҡолмойҙоң һүҙҙәренә З. Исмәғилевтың күренекле «Былбылым» йырын йырланы.
«Ата-әсәйемдең минең өсөн шатланыуы иң сағыу тәьҫорат булды», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнара Вәлиева.
Алмас Хөсәйенов – сығышы менән Сибай ҡалаһынан, Өфө сәнғәт институның вокал бүлегендә беренсе курста уҡый. Алдан Сибай филармонияһында һәм «Ағиҙел» йыр һәм бейеү дәүләт ансамблендә эшләгән. Проектта «Эскадрон» башҡорт халыҡ йырын, шулай уҡ С. Низаметдиновтың һәм Ә. Дауытовтың автор йырҙарын башҡарҙы.
«Был проектта ҡатнашыуым өсөн бик бәхетлемен, минең өсөн был беренсе Гран-при. Халыҡ йырҙарын башҡарыу кешене ысын йырсы итә, — тине Алмас Хөсәйенов. — Проект артабан да булһын һәм үҫешһен ине! Ойоштороусыларға, миңә ярҙам иткән һәм ышаныс белдергәндәргә барыһына ла ҙур рәхмәт».
Зөбәйҙә Ҡоломбәтова – «Ышаныс», Фәнәғәт Юлмөхәмәтов – «Йолаларҙы тергеҙеү», Лев Ҡолошев «Тамашасы һөйөүе» номинацияларында бүләкләнде. Залиә Нурлы, Айҙар Рәҡипов, Илдар Әбдрәшитов, Юнир Ҡолонбаев, Альбина Фәйзуллина, Айгизә Иҡсанова лауреаттар булды.
Конкурс менән бер рәттән «Башҡорт йыры» ойоштороу комитеты «Хит-парад» проекты сиктәрендә башҡорт телендә иң яҡшы йырҙы билдәләүгә тауыш биреү үткәрҙе. Хит-парадта Радик Юльяҡшин иң күп тауыш йыйҙы.
Быйыл конкурста ҡатнашыуға 40 кеше ғариза тапшырҙы, уларҙың 24-е финалға сыҡты. Професиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан килде. Абруйлы ҡунаҡтар араһында Өфө, Ҡазан, Ҡаҙағстан йондоҙҙары булды. Проект финалсыларына республиканың Мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Йыр тамашаһын яңы йыл төнөндә 31 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы 2010 йылдан бирле уҙғарыла. Бәйгелә 18-40 йәштәге эстрада һәм халыҡ йырҙарын профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша. Ете йылда уларҙың һаны 500-гә яҡынлашты. Йырсыларҙың башҡарыу оҫталығын абруйлы жюри баһалай. Конкурс бер нисә этаптан тора, уларҙың һәр ҡайһыһы аҙна һайын «Башҡорт йыры» тапшырыуында сыға. Йыл аҙағында конкурс еңеүселәре йомғаҡлау гала-концертында ҡатнаша.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: