07:31 (UTC+5), 01 Декабря 2017

Республиканың баш ҡалаһында Халыҡ ижады фестиваль-марафоны асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең Халыҡ ижады фестиваль-марафоны уҙа. Уның девизы — «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!».
Фестиваль Учалы районында республиканың төп театрҙары артистары, шағирҙары концерты менән асыла. Мәҙәни акция Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Программала — райондың ойошторолоу тарихы һәм күренекле шәхестәр тураһында күргәҙмә, Учалы районында етештерелгән тауарҙар күргәҙмә-йәрминкәһе.
Байрамда сувенирҙар, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек һәм кондитер әйберҙәре һатып алырға мөмкин. Күргәҙмә-һатыу киске сәғәт 5-тә асыла, сараны ижади коллективтарҙың концерты дауам итә.
«Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан» – был Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған барлыҡ муниципаль берәмектәрҙең ижади программалары эстафетаһы. Фестиваль барышында райондың социаль-иҡтисади үҫеш өлкәһендәге ҡаҙаныштар, халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, район тарихы, Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индергән тарихи шәхестәр, башҡорт ырыуҙары күргәҙмәләре эшләй. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙар ҡаралған.
Марафон ваҡытында бер райондан икенсеһенә эстафета булараҡ штандарт тапшырыла. 2019 йылға тиклем республиканың бөтә муниципаль берәмектәре Өфө сәхнәһендә үҙ районы менән таныштыра. Марафондың маҡсаты – республиканың берҙәм социаль-мәҙәни киңлеген булдырыу, район һәм ҡалаларҙағы үҙешмәкәр коллективтарҙың ижадын пропагандалау һәм популярлаштырыу, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Форум Башҡортостан Республикаһының имиджын нығытыуға, республикаға нигеҙ һалған билдәле йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен тергеҙеүгә, муниципаль берәмектәрҙең ҡаҙаныштарын күрһәтеүгә, 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүгә йүнәлтелгән.
Фестивалде ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәҙәниәт министрлығы, республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика