08:30 (UTC+5), 01 Декабря 2017

Баш ҡалабыҙҙа «Йәшлек-шоу» фестиваленең финалсылары билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йәшлек-шоу» фестиваленең финалсылары билдәләнде. Кисә быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләгән фестивалдең һайлап алыу этабы тамамланды.
Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, быйыл Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Йылайыр райондары, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Сорғот ҡалалары һәм Силәбе өлкәһе ҡатнашыусылары башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Өфөнән Искәндәр Сөләймәнов, Алиса Жумагалиева, Нәркәс Юлдашева, «Бирешмәләр» төркөмө; Нәғимм Шәрипов (Күгәрсен районы), Ләйсән Ғәлимова (Ишембай), Нәфис Тулыбаев (Бөрйән районы), Риана Хәлимова (Әбйәлил районы), Иҙел Ғәниев (Силәбе өлкәһе) финалға үтте.
«Йәшлек-шоу 2017» фестиваленең гала-концерты 9 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Һәләтле йәш башҡарыусылар башҡорт эстрадаһы йырсылары Сәғиҙулла Байегет, Фирүзә Париж, Рөстәм Ғиззәтуллин, Нәркәс Сиражетдинова, «АНТ» төркөмө, Гөлдәр Ишҡыуатова, Раил Өмөтбаев, Гөлсөм Бикбулатова, венер Камалов, МС Баш һәм башҡа артистар сығыш яһай. Мәскәүҙән махсус ҡунаҡ — Анжелика Якусева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика