06:33 (UTC+5), 30 Ноябрь 2017

Өфөлә «Өйҙәштәр» исемле тәүге башҡорт ситкомын төшөрөү тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Өйҙәштәр» исемле тәүге башҡорт ситкомының (ситуация комедияһы) бина эсендәге серияларын төшөрөү тамамланды. Яңы йыл каникулдары ваҡытында — 1-8 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында комедияның һигеҙ серияһын күрһәтеү күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, был — башҡорт телендәге тәүге ситком. Сериал үҙенсәлекле идея буйынса төшөрөлдө. Сюжетҡа ярашлы, төрлө холоҡло һәм һөнәрле ете йәш кеше Өфөлә яңы тормош башларға була. Улар һуңғы аҡсаларын бер айлыҡ йәшәү өсөн тотона, ләкин «ҡара» риэлторҙың мутлығы арҡаһында барыһы ла бер фатирға килеп эләгә. Геройҙар ҡалала үҙ тормошон ҡорорға теләй, төрлө хәлдәргә осрай, ғашиҡ була, аҡса эшләргә тырыша.
Проектты «Башкортостан» киностудияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә әҙерләй. Фильмда М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша. Төп геройҙар — яҙыусы Револ Мәмбәтов (Рәмзил Сәлмәнов), көнсығыш философияһы менән ҡыҙыҡһынған Сулпан (Аида Күлбаева), Сибайҙан апалы-һеңлеле ҡылансыҡ Әлиә (Алтынай Юнысова) һәм китап уҡырға яратҡан Зәлиә (Зөлмәрә Ҡарабулатова), Әбйәлил районы егеттәре (урындағы диалектта һөйләшә) Мәхмүт (Шәһит Хамматов) һәм Дэн (Зөфәр Әхмәтов), буласаҡ бизнесмен Айрат (Салауат Юлдашбаев).
Шулай уҡ башҡорт сәхнәһендә билдәле артистар Илнур Муллабаев (участковый), Сәғиҙулла Байегет (продюсер), Рөстәм Ғиззәтуллин (бер сәғәткә ир), Суфия Ҡорбанғәлиева (күрше Мәфтуха), Урал Әминев (Нәшерсе), Артур Кәбиров (Рокер), Айнур Ситдиҡов (Ботаник) ҡатнашты.
Идея авторы, ҡуйыусы-режиссер — Роман Пожидаев. Сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева, Роман Пожидаев, Айгөл Үтәгәнова.
Операторҙар — Наил Ғәйнуллин, Вәхит Хәлимов, Александр Лысенко, Илдар Бикмәтов. Ҡуйыусы- рәссам — Айгөл Байрамғолова, композитор — Влад Савватеев. Директор — Алина Шакирова. Фильмда «Һомай» студияһы ҡыҙҙары ла ҡатнашты, кино мәктәбендә уҡыусылар ярҙам итте.
Ситком авторҙары һөйләүенсә, фильмды ресторанда, З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, магазинда, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төшөргәндәр. Тағы ла З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡыу театрында, магазинда, кафела һәм галереяла төшөрөү ҡаралған.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика