04:00 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Башҡортостанда «Йыл журналисы» исеменә дәғүәселәрҙән ғариза йыйыу дауам итә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Йыл журналисы» исеменә дәғүәселәрҙән ғариза йыйыу дауам итә. Йыл һайын ойошторолған сараға «Матбуғат балы»нда йомғаҡ яһала. Һәр редакция бер кандидат тәҡдим итә. Ҡатнашыу өсөн 4 декабргә тиклем bal-pressy@imkufa.ru электрон адресына тултырылған ғаризаны йүнәлтергә кәрәк.
Еңеүселәр ике этапта: медиаөлкә хеҙмәткәрҙәре араһында тауыш биреү һәм артабан иң күп тауыш йыйған 10 ҡатнашыусы араһынан Эксперт советы һайлау юлы менән билдәләнә.
Тура тауыш биреү ысылу менән «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Дәүләт ведомстволарының иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Иң яҡшы корпоратив баҫма» «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит» кеүек махсус номинацияларҙа еңеүселәр һайлана.
«Тауыш биреү ете көн дауамында бойондороҡһоҙ интернет-платформаһында бара, ул аңлы рәүештә тауыш арттырыу мөмкинлегенә юҡ ҡуймай, — тип аңлатты ойоштороусылар. — Редакция хеҙмәткәрҙәре генә(штатта һәм штаттан тыш торғандар) тауыш бирә ала – теркәлгәндә уларға Google-дағы аккаунттары менән файҙаланырға, исемен һәм редакцияһын яҙырға кәрәк була. Был ҡағиҙәне боҙған тауыш иҫәпкә алынмай».
«Матбуғат балы» — республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙыҡлы Яңы йыл алды йолаларының береһе. Йыл һайын ошо байрамда федераль, республика, район киң мәғлүмәт саралары, дәүләткә ҡарамаған, корпоратив баҫмалар, журналистар, телекомпаниялар, радиостанциялар, электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша. Быйыл «Матбуғат балы» 15 декабрҙә «Версаль» комплексында уҙа.
Проект хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика