09:02 (UTC+5), 29 Ноябрь 2017

Гүзәл Яхина Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленә килергә йыйына

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Гүзәл Яхина Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленә килергә йыйына. Ул тамашасыларҙың спектакль хаҡында фекерҙәрҙен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыуын билдәләне.
Киң танылыу яулаған роман авторы «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә үҙенең сәфәрен февралгә билдәләүен хәбәр итте. Яҙыусының графигы бер нисә ай алдан төҙөлгән, шуға күрә спектаклде ҡарау өсөн ваҡыт табыу ярайһы уҡ ҡатмарлы.
Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» тигән романында ХХ быуаттың 30-сы йылдарында кулак тип ситкә ҡыуылған татар ҡыҙы тураһында һүҙ бара. Донъяның 20 теленә тәржемәләнгән әҫәр беренсе тапҡыр башҡорт сәхнәһендә ҡуйылды. Роман буйынса спектаклдең премьераһы уҙған аҙнала М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында үтте. Режиссеры — Айрат Абушахманов. Инсценировканы билдәле Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович яҙған. Башҡорт теленә Хөрмәтулла Үтәшев тәржемә иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика