11:58 (UTC+5), 29 Ноября 2017

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте сираттан тыш съезға йыйыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы уҙа, ул беренсе рәйес, ғалим Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала. Ойошманың иң әүҙем ағзалары 4 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына йыйыла. Ошо хаҡта шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева хәбәр итте.
Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темаларҙы тикшереү күҙаллана. 2011-2016 йылдарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе булған сәсәниә Розалиә Солтангәреваның сығышы ҡаралған. Съезда рәйесте һәм ойошма советын ҡайтанан һайлау була. Шулай уҡ ойошма уставына үҙгәрештәр ҡарала.
Сара сәнғәт оҫталарының концерты һәм уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы — йәмғиәт ағзаларын бүләкләү менән тамамлана. Фойела китаптар, ҡул эштәре, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика