04:40 (UTC+5), 28 Ноябрь 2017

Өфөлә «Бүреләр» төркөмө «Юлдар» исемле яңы альбомы менән таныштырҙы

Кинйә Ҡотлоғолов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә популяр «Бүреләр» башҡорт рок төркөмө «Юлдар» исемле яңы альбомы менән таныштырҙы. Баш ҡаланың «Music Hall 27» клубында коллективтың ижадын үҙ иткән 400-ҙән ашыу кеше йыйылды. Проект краудфандинг ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Альбомдың бер өлөшө Мәскәүҙә, икенсеһе Өфөлә яҙылған. Альбомға һигеҙ яңы йыр ингән. Уның авторы коллектив солисы Илшат Абдуллин.
«Альбом яңғырашы яғынан бик асыҡ килеп сыҡты. Ул «өлкәндәрсә», яҡшы профессиональ кимәлдә эшләнгән», — тип билдәләне төркөмдөң продюсеры һәм аранжировкалаусыһы Булат Әминев. Ул шулай уҡ төркөмдәң яңырыуын хәбәр итте: хәҙер барабанда Руслан Мөхәмәҙиев уйнай, концертта гитарала Антон Антонов уйнаны. Мәскәүҙә яҙмала гитара, бас-гитарала Владимир Корниенко (Корней) («Земфира» төркөмдәре, Найк Борзов, Корней), барабандарҙа Андрей Шатуновский («Динамик», «Коррозия металла», «Мастер», «Моральный кодекс» төркөмдәре) ҡатнашты.
Тыңлаусылар социаль селтәрҙә һоҡланыулы комментарийҙарын ҡалдырған: «Музыканттар башҡорт рок музыкаһын яңы кимәлдә күрһәтте. Уларҙың яңы йырҙары уйланырға мәжбүр итә, заманса аранжировканы һәм сифатлы тауышты тыңлау күңелгә хуш килә, бөтә йырҙарҙың саф башҡорт телендә башҡарылыуы ҡыуандыра», «Бөгөн башҡарылған йырҙар иртәгә үк хиттар булып китер тип әйтә алмайым. Әммә «Бүреләр»ҙең йырҙары аҡрынлап өлгөрә, яңы альбомды тыңлаған һайын йырҙары тағы ла нығыраҡ оҡшай», «Концерт, сиктән тыш юғары энергетика өсөн рәхмәт!».
Был «Бүреләр» төркөмөнөң икенсе альбомы, тәүгеһе 2008 йылда яҙылғайны. Музыканттар билдәләүенсә, хәҙерге эш сифаты буйынса байтаҡҡа юғары.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика