09:50 (UTC+5), 27 Ноябрь 2017

Санкт-Петербургтағы башҡорт йәштәре Йырҙар кисәһенә йыйылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургтағы башҡорт йәштәре «Эврика» үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына йыйылды. Сараға Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратынан мөфтөйҙөң беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов, «Тархан» көрәшселәр клубы вәкиле Илдар Таймасов, башҡорт эстрадаһының йәш башҡарыусылары Тимур Ямалов һәм Илгиз Абдрахманов ҡунаҡҡа килде. Әле улар Санкт-Петербургта мосолман дин эшмәкәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстарында уҡый.
Айнур Арыҫлановтың сәләмләү һүҙҙәренән һуң ҡалған ваҡыт яратҡан башҡорт йырҙарына, аралашыуға, фотоһүрәттәргә арналды.
«Сара тамамланғас та ҡыҙыҡлы әңгәмә дауам итте, — тип хәбәр итте ойоштороусылар. — Ҡунаҡтарыбыҙға ошо кисәне биҙәгәндәре һәм ойоштороусылар Айгизә Халиҡоваға, Азалия Ғиләжеваға, Әминә Дауытоваға, бина өсөн Эльвира Моталоваға, даими рәүештә ярҙам иткәне өсөн Азамат Түзбәковҡа рәхмәт белдерәбеҙ».
Йырҙар кисәһе һәр саҡ Санкт-Петербургтағы «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһының йыллыҡ саралар планына индерелә. Кемдер үҙен ойоштороусы ролендә һынап ҡарай, кемдер музыкант, йырсы булараҡ асыла. Сара рәсми булмаған дуҫтарса шарттарҙа башҡорт йәштәрен берләштерә.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика