07:29 (UTC+5), 27 Ноябрь 2017

«Мираҫ» ансамбле Силәбелә Башҡортостандың мираҫы менән таныштырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Силәбе тамашасыларын Башҡортостандың мираҫы менән таныштырҙы. Концерт Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, тип хәбәр итә «Уралым» телетапшырыуы журналистары.
Концерт программаһында моңло йырҙар, донъя халыҡтарының дәртле бейеүҙәре һәм театрлаштырылған хореография-йыр композициялары ҡаралғайны. Сәхнә образдарының төрлөлөгө, профессионалдарҙың сығыштары, ҡурай моңдары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Силәбеләрҙең коллективтың иң яҡшы солистарынан бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәнеү мөмкинлеге бар ине. Оҫталыҡ дәресе барышында оҫталар Көньяҡ Уралда милли бейеүҙең үҫешен һәм урындағы ижади коллективтарҙың үҙенсәлеген билдәләне.
Башҡорт йыр-бейеү ансамбленең концертына төрлө милләтле тамашасылар килгәйне. Улар араһында театр, хореография колледждары һәм университеттары студенттарын, ижади төркөмдәрҙә ҡатнашыусыларҙы, милли мәҙәниәтте һөйөүселәрҙе, юғары сәнғәткә табыныусыларҙы күрергә мөмкин ине.
Сара Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге булышлығында ойошторолдо. Концертты Көньяҡ Урал башҡорттарының «Уралым» телетапшырыуы төркөмө төшөрҙө.
«Мираҫ» Көньяҡ Урал тамашасыһына ансамбль ойошторолғандан алып таныш. 2000 йылдар башында артистарҙың Силәбе өлкәһендә үткәрелгән милли сараларҙа сығыш яһауы изге йолаға әүерелде. Коллектив етәксеһе Байрас Ишбирҙин Көньяҡ Уралда ансамблдең ижади осрашыуҙарын тергеҙеү тәҡдимен индерҙе. Оҙайлы тәнәфестән һуң быйыл йәй «Мираҫ» йәнә Силәбегә юлланды. Артистар Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһы көнөнә арналған Дуҫлыҡ парадында ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика