03:00 (UTC+5), 24 Ноябрь 2017

Башҡортостан мәҙәниәт өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 10 миллион һумдан ашыу аҡса алды

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй «Президент гранттары фонды» ойошторған икенсе конкурста Башҡортостандан һигеҙ ойошма еңеүсе булды. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 10 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.
Конкурс еңеүселәре: Башҡортостан татарҙары Милли-мәҙәни автономияһы, Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы Хәйриә фонды, «Балалар университеты» шәхси белем биреү учреждениеһы, Башҡортостан буйынса Рәсәй дизайнерҙары союзы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Бәләбәй районының Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы, Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы һәм Сибай ҡалаһының Социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды.
Ике миллион 237 мең һум дәүмәлендә иң ҙур сумманы Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы алды. Был сумма «Һөнәрҙәр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтеләсәк, тип хәбәр ителә «Президент гранттары фонды» сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика