07:01 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата музей асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Зәйнәб Биишева музейын асыу күҙаллана. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның музейында булды. Ижади осрашыуҙа шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.
Музей яҙыусы оҙаҡ йылдар йәшәгән фатирҙа уның улы ғалим-химик Тельман Әминевтың башланғысы менән булдырылған. Бында көнкүреш предметтары, китапхана шул килеш һаҡланған, Зәйнәб Биишеваның китаптары, ҡулъяҙмалары, портреттары, наградалары, бик күп документтары һәм фотоальбомдар тупланған. Экспозицияларҙан тыш, музейҙа яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында электрон материалдар менән танышырға мөмкин.
Ҡунаҡтар китапта тәүге яҙмалар ҡалдырҙы һәм музейҙы артабан үҫтереүҙе тикшерҙе.
«Музей рәсми рәүештә асылмаһа ла, күптәр был хаҡта белә. Бында уҡыусылар, студенттар экскурсияға килә, ижади интеллигенция вәкилдәре, Зәйнәб Биишеваның мираҫын хөрмәт иткәндәр йыш була, – тине Йомабикә Ильясова. – Музейҙың яҙыусы ғаиләһенең тырышлығы менән ойошторолоуы бик ҡыуаныслы. Ләкин эш бының менән генә сикләнергә тейеш түгел. Әлеге башланғысты дәүләт кимәлендә хупларға кәрәк. Йәмғиәт бөйөк кешеләр хаҡында хәтерҙе күмәк тырышлыҡ менән һаҡларға тейеш».
Музейҙы киләһе йылда яҙыусының тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата асыу билдәләнгән. Шуға тиклем бинаны кеше йәшәмәгән фондҡа күсереү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ музейҙың рәсми сайтын булдырыу пландары бар, теләгән һәр кем ситтән тороп унда тупланған материалдар менән таныша алыр ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика