Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2017, 10:50

Башҡорт театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен илдең «Театр» телеканалында күрһәтәләр

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен Рәсәйҙең «Театр» телеканалында күрһәттеләр. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған. Инсценировка авторы — Әнгизә Ишбулдина. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль башҡорт актерҙары Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта төшөрөлгән.
Спектакль Илсур Ҡаҙаҡбаевтың инеш һүҙе менән бөгөн киске 5-се 15 минутта ҡабатлап күрһәтелә.
Программаны http://telekanalteatr.ru/schedule һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.
Теги:театр
Читайте нас: