03:00 (UTC+5), 21 Ноябрь 2017

Баш ҡалала Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара конкурсы лауреаттары иғлан ителде

Георгий Шишкин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара конкурсы лауреаттарын иғлан иттеләр. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт кисә Башҡорт опера һәм балет театрында үтте.
Сабитов конкурсында тәүгә 150 мең һумлыҡ Гран-при тапшырылды. Уны «скрипка» номинацияһында башҡарыусы, Римский-Корсаков консерваторияһын тамамлаған (Михаил Гантварг класы) һәм унда уҡытҡан 27 йәшлек Любовь Стекольщикова (Санкт-Петербург) яуланы.
Конкурстың жюри рәйесе – Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы художество етәксеһе Александр Чайковский, конкурс өсөн биш йылға бер түгел, ә йышыраҡ уҙғарылыуы яҡшы булыр ине, тип билдәләне. Ул Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә һәм конкурс уҙған Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына рәхмәтен белдерҙе.
«Конкурс ижади, ойоштороу яғынан да бик юғары кимәлдә үтте. Алдан был конкурста булғайным, хәҙер ул составы, кимәле буйынса ла юғарыраҡ. Өфөне һәм бөтөн республиканы ҡотлаһым килә, сөнки бындай конкурсты уҙғарыу бик мөһим. Өфөгә килеүемә, коллегаларым һәм студенттар менән аралаша алыуыма бик шатмын», — тип һөйләне жюри ағзаһы – Рәсәйҙең халыҡ артисы, «Санкт-Петербург солистары» камера ансамбленең художество етәксеһе, Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы профессоры Михаил Гантварг.
«Фортепиано» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаттары – Александр Ключко (Мәскәү) һәм дүрт йырсы — Регина Звегинцева (Өфө), Наталья Меньшикова (Мәскәү), Наргиз Сатмухамбетова (Астана, Ҡаҙағстан) һәм Константин Артемьев (Мәскәү).
«Фортепиано» номинацияһында 2-се дәрәжә лауреаттары – Руслан Шайназаров (Мәскәү), «вокал» номинацияһында өс Өфө йырсыһы: Диана Нурмөхәмәтова, Салауат Кейекбаев һәм Рим Рәхимов.
3-сө дәрәжә лауреаттары – пианиносы Даниил Дауытов (Өфө), скрипкасылар Ваге Нерсисян (Өфө) һәм Маргарита Павлова (Мәскәү), шулай уҡ биш йырсы — Гөлнара Вәлиева (Өфө), Айшан Мамедова (Мәскәү), Әлфиә Сәйетова (Октябрьский), Аббосхон Рахматуллаев (Мәскәү) һәм Дамир Таипов (Өфө).
4-се дәрәжә лауреаттары – пианиносы Денис Хөсәйенов (Өфө), скрипкасы Елизавета Глазунова (Санкт-Петербург) һәм йырсылар Гөлшат Ғирфанова (Өфө) һәм Михаил Меньшиков (Мәскәү).
Алексей Вакер (Мәскәү) һәм Иван Калатай (Новосибирск), Өфө скрипкасылары Татьяна Брыкова һәм Юлия Гарехт, вокал номинацияһында — Астананан (Ҡаҙағстан) ҡатнашыусылар Солтан Бакытжан һәм Мейерхан Тлеулес конкурс дипломанттары булды.
Шулай уҡ бер төркөм ҡатнашыусылар Нариман Сабитовтың әҫәрҙәрен яҡшы башҡарғандары өсөн махсус бүләктәр менән баһаланды. Улар – Альбина Закирова (Өфө), Александр Ключко (Мәскәү), Руслан Шайназаров (Мәскәү), Ләйсән Яҡшығолова (Өфө), скрипкасылар Шәүрә Аширбаева (Өфө), Асия Ғарипова (Санкт-Петербург), Анастасия Мамяшева (Мәскәү), йырсылар Наталья Меньшикова (Мәскәү), Наргиз Сатмухамбетова (Астана, Ҡаҙағстан), Константин Артемьев (Мәскәү), Дамир Таипов (Өфө).
Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыканттар-башҡарыусылар конкурсы Өфөлә 12-20 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарылды. Конкурсты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Композиторҙар союзы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө хакимиәте ойошторҙо.
«Конкурстың нисек ойошторолоуы менән бик ҡәнәғәтмен, сәнғәт институты күп көс һалды. Быныһында миңә еңел булды, сөнки ҙур, матур ойошторолған команда эшләне, — тип билдәләне композитор, конкурстың ойоштороусыһы Рөстәм Сабитов. — Нариман Сабитов исемендәге конкурста быйыл тәүгә Гран-при тапшырылды. Жюриҙең һайлауы менән ризалашам. Беренсе премия менән билдәләнгән иҫ киткес пианиносы – әле йәш кенә, әммә уның барыһы ла алда, ә бына скрипкасы – әҙер, профессиональ музыкант».
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика