10:30 (UTC+5), 20 Ноября 2017

Республика халҡы Учалы районынан «Зәңгәр ҡош» проектында ҡатнашҡан Ләйсән Золотарева өсөн тауыш бирә ала

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Кисә Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәгән туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотарева «Рәсәй 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проектынды сығыш яһаны. Данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай жюриҙы үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән хайран ҡалдырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр программа сыҡҡандан һуң PTICA.TV сайтында тамашасылар өсөн тауыш биреү уҙғарыла. Тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң аҙна дауамында оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Теләгән һәр кем бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн мобиль телефондан ҡыҫҡа 1075 һандарына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Тамашасыларҙың онлайн һәм смс-хәбәр аша ебәргән тауыштары бергә иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика